«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бындай тәүәккәл, ҡыйыу егеттәр булған саҡта…



29.05.2013 Бындай тәүәккәл, ҡыйыу егеттәр булған саҡта…

Бындай тәүәккәл, ҡыйыу егеттәр булған саҡта… Ике егет урам буйлап китеп барғанда ниндәйҙер ҡатындың ҡысҡырыуын ишетеп ҡала һәм уның сумкаһын урлап ҡасҡан ирҙе күрә. Егеттәр күп уйлап тормай, бурҙың баҫтырып тота.
Яңыраҡ Ауырғазы районы буйынса полиция бүлегенә талау тураһында ғариза менән ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул Гагарин урамы буйлап барған саҡта, уға билдәһеҙ кеше һөжүм итә. Енәйәтсе ҡатынға таяҡ менән һуға һәм сумкаһын тартып ала. Ләкин бурҙы урам буйлап барған егеттәр күреп ҡала. Улар аптырап тормай, енәйәтсене машинала ҡыуып тота һәм полицияға тапшыра.
Сумканы элек хөкөм ителгән 40 йәшлек ир урлаған була. Әле ул һаҡ аҫтында тотола. Енәйәте өсөн уның закон буйынса 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе бар.
Бурҙы тотоуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Артур Ғәлләмовҡа һәм Юрий Филипповҡа Ауырғазы районы буйынса полиция бүлеге етәкселеге ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға