«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы троллейбус һынау үтә



28.05.2013 Яңы троллейбус һынау үтә

Яңы троллейбус һынау үтә Билдәле булыуынса, республиканың ике ҡалаһында - Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта тирә-яҡ мөхиткә аҙ зыян килтергән һәм шәп йөрөгән транспорт төрө - троллейбус бәйләнеше бар. Ләкин троллейбустарҙың бер етди етешһеҙлеге ҡамасаулай – улар контакт селтәренән алыҫ китә алмай һәм транспорт ағымында маневрҙар яһай алмай. Шуға ла был пассажир транспорты автомобиль «бөкө»ләренең төп сәбәпсе булып тора.
Был етди проблеманы әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта һынауҙарҙа булған ТРОЛЗА-5265 «Мегаполис» троллейбусы ярҙамында хәл итергә йыйыналар. Унда махсус аккумуляторҙар ҡуйылған, улар контакт селтәренән көс йыя. Транспорт тығыны булған осраҡта, бындай троллейбус урау юлдан аккумулятор тартымында китә ала.
Был яңы төр пассажир транспорты заманса дизайны һәм тәпәш иҙәнле булыуы менән дә айырылып тора. Унда шулай уҡ инвалидтар өсөн айырыу урын да бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға