27.05.2013 Башҡорт автобустары «ПАЗик»тарҙы алмаштырасаҡ
Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларының урамдарын биләп алған «ГАЗель» һәм «ПАЗ» маркалы маршрут автобустарына тиҙҙән үҙебеҙҙә сығарыласаҡ автобустар дәғүәсеһе буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Бразилияның «O Globo» гәзите хәбәрсеһе Сандро Фернандесҡа биргән интервьюһында тап ошо төп төма булды. Рөстәм Зәки улы «НефАЗ» заводында «Marcopolo» маркалы Бразилия автобустары сығарыла башлауы тураһында һөйләне.
Был проект сит ил һәм беҙҙең предприятие етәкселеге килешеүендә төҙөлгән. Уға ярашлы, Нефтекама автозаводы 2016 йылға тиклем йылына өс меңгә тиклем автобус сығарыу ҡеүәтенә етәсәк.
«Marcopolo» маркалы автобус «Bravis» исемен йөрөтәсәк. Уға «Камминс» фирмаһының двигателе, «Даймлер»ҙың күсәрҙәре һәм йөрөтөү күперҙәре, «КамАЗ»дың шассиһы һәм «Marcopolo» кузовы ҡуйыласаҡ. Автобус «Евро - 4» экология стандарттарына яуап бирә, балалар йөрөтөүгә ла ҡулайлаштырылған, ике режимлы йылытыу системаһы, багаж урындары бар.
Ҡала эсендәге маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк «Marcopolo Bravis» -тың иң яҡын дәғүәсеһе - «ПАЗ – 3205» булып тора. Шуға күрә лә яҡын киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән автобустарҙың «ПАЗик»тарҙы алмаштырыуы ихтимал.
Әлеге ваҡытта яңы автобусты «Торос» хоккей клубы ла ҡуллана.