«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәскәле скульптуралар ҡаланы биҙәр



24.05.2013 Сәскәле скульптуралар ҡаланы биҙәр

Сәскәле скульптуралар ҡаланы биҙәр Тиҙҙән Өфө урамдары сәскәләрҙән яһалған скульптуралар ярҙамында үҙенсәлекле итеп биҙәләсәк. Уны баш ҡаланың «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһы эшселәре башҡарасаҡ. Өфөгә ингән юлда Һомай ҡошоноң өс фигураһы урынлаштырыласаҡ. Әйтергә кәрәк, ул бәхет килтереүсе ҡош булып һанала.
Бынан тыш, ҡалала петуния сәскәләренән яһалған күбәләктәр һәм филдәр ҡуйыласаҡ. Уларҙың бейеклеге ике метрға етәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға