«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Планеталар парадын күҙәтергә онотмағыҙ



24.05.2013 Планеталар парадын күҙәтергә онотмағыҙ

Планеталар парадын күҙәтергә онотмағыҙ Донъя мәшәҡәттәренән саҡ ҡына арынып, төнгө күк йөҙөн байҡарға бик шәп сәбәп табылды. Әлеге ваҡытта һирәк була торған йыһан ваҡиғаһына шаһитбыҙ. Беҙ яҡты йондоҙҙар һымаҡ күҙәткән Венера, Юпитер һәм Марс планеталарының бер-береһенә яҡынайыуын күҙәтә алабыҙ. Был уларҙың хәрәкәт иткән орбиталарының тап булыуы менән аңлатыла.
Ҡояш байып, ярты сәғәт үткәс, күк йөҙөндә төньяҡ-көнбайышта офоҡ янында ныҡ балҡыған Венераны күрергә мөмкин. Унан саҡ ҡына өҫтәрәк һәм һулдараҡ - тоноғораҡ янған Юпитер, ә уң яҡтараҡ Меркурий урынлашҡан.
Планеталар 25 һәм 26 майҙа бер-береһенә айырыуса яҡынлашасаҡ. Уларҙы күҙәткән саҡта ҡулды һуҙып, баш бармаҡ менән ҡапларға мөмкин буласаҡ. Был иһә күк есемдәренең 2,5 градуслы диаметрлы түңәрәк эсендә урынлашыуын аңлата.
Венера, Юпитер һәм Марс үҙҙәренең урынлашыуын тиҙ арала үҙгәртәсәк. Июнь башында планеталарҙың «йыйылышы» – йыһан триумвираты юҡҡа сығасаҡ. Бындай ваҡиға 13 йылдан һуң ғына ҡабатланасаҡ, шуға күрә лә күҙәтеп ҡалырға ашығырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға