«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көҙгөһөн баш ҡала тарихы музейына барып буласаҡ



23.05.2013 Көҙгөһөн баш ҡала тарихы музейына барып буласаҡ

Көҙгөһөн баш ҡала тарихы музейына барып буласаҡ Көҙгөһөн Өфө тарихы музейы эшләй башлаясаҡ. Ленин һәм Достовеский урамдары киҫелешендә, «Уралсиб банкыһы» туҡталышында, элекке «Ашхана» бинаһында урынлашасаҡ был тарих учреждениеһында әлегә ремонт эштәре бара.
Музейҙа Өфө тарихының төрлө ваҡытын күрһәткән биш күргәҙмә залы буласаҡ. Экспозицияларҙа Ағиҙел йылғаһы ярында ҡәлғәгә нигеҙ һалыуҙан башлап хәҙерге тормошҡаса ҡала тормошо сағыласаҡ. Залдарҙың берәүһендә ҙур экрандар урынлаштырыласаҡ һәм унда Өфө тормошонан фотоһүрәттәр күрһәтеләсәк.
Музейҙың төп биналары Цюрупа урамы, 50 һәм 52/1 адресы буйынса урынлашасаҡ. Был ике йорт XIX быуатта төҙөлгән һәм уларҙы реставрациялау эше 2014 йылда тамамлау ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға