«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер төндә алты автомобилгә айыу майы һөртә яҙған



21.05.2013 Бер төндә алты автомобилгә айыу майы һөртә яҙған

Бер төндә алты автомобилгә айыу майы һөртә яҙған Үткән шәмбелә, иртәнсәк Октябрьский ҡалаһының полиция хеҙмәтенә 60 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм үҙенең «ВАЗ – 2109» автомобилен ҡыуып китергә маташыуҙары тураһында белдерә. Ваҡиға урынына тиҙ арала полицияның ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре килеп етә.
«Туғыҙынсы модел»де 28 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәғән ир урламаҡсы була. Енәйәтсе үҙенең «ҡара эше» урынында тотолғас, төнө буйы тағы ла биш автомобилде ҡыуып алып китергә теләүе тураһында белдерә.
Был ир дуҫтары менән эскәндән һуң, төндә ҡайтырға мәл еткәс, күп уйлап тормай, кирбес алып, беренсе осраған бәләкәй фургондың тәҙрәһен яра. Ҡабыҙыу йоҙағының сымдарын тура тоташтырып, двигателде тоҡандыра. Ләкин, автомобилдең руле боролмагас, бур ике метр ҙа араны үтә алмай.
Ир аптырамай, күрше урамда бер-бер артлы «ВАЗ – 2106» һәм «Иж – 2717» автомобилдәрен ҡыуып китергә теләй, ләкин улар ҙа ҡабынмай. Сираттағы машиналарҙың - «ВАЗ-2106» һәм «ВАЗ-2107»-нең ишектәрен бур бысаҡ ярҙамында ҡайырып аса, ләкин бында ла уңышһыҙлыҡҡа осрай.
Таңға ҡарай ир «ВАЗ-2109»-ҙы күреп ҡала һәм уның ла ҡыуып китергә теләй. Ләкин уны хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Әлеге ваҡытта автомобиль буры һаҡ аҫтында тотола. Уға ҡарата бер нисә енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға