«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефон буйынса сираттағы уҫал шаярыу



17.05.2013 Телефон буйынса сираттағы уҫал шаярыу

Телефон буйынса сираттағы уҫал шаярыу Кисә төшкө сәғәт 3-тәр тирәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, республикабыҙҙың Юғары суды бинаһына бомба һалынған, тигән хәбәр килә.
Ваҡиға урынына ҡаланың тиҙ ярҙам хеҙмәттәре килеп етә. 1200 кеше эвакуациялана. Кинологтар эттәр ярҙамында суд биналарын тикшерә. Ләкин бер ниндәй ҙә шикле әйбер табылмай.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре был хәл буйынса тикшереү үткәрә. Артабан террор акты тураһында күрәләтә ялған хәбәр итеү тураһында енәйәт эше асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға