«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ



15.05.2013 Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ

Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡотороҡ сире менән ауырыған хайуандар тешләһә йәки башҡаса һөжүм итһә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында инструкция әҙерләне. Уға ярашлы, бындай осраҡтан һуң кисекмәҫтән:
- тешләнгән урынды йәки яраны 15 минут буйы һабынлап йыуырға;
- яра ситен йод эретмәһе йәки 70 процентлы спирт менән эшкәртергә;
- кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса травмпунктҡа мөрәжәғәт итергә. Унда яраны өҫтәмә рәүештә эшкәртәсәктәр, иммунлаштырыу курсы тәғәйенләнәсәк. Әгәр ҙә кәрәк тип тапһалар һеҙҙе стационарға һаласаҡтар.
- табип ҡуйған дауалау схемаһын ҡәтғи рәүештә үтәргә, вакцина һалыу билдәләнгән көндәрҙә мотлаҡ килергә кәрәк;
- дауалау ваҡытында һәм унан һуң ярты йыл дауамында алкоголле эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, артыҡ ныҡ арымаҫҡа, организмды өшөтмәҫкә йәки артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға