«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ!



15.05.2013 Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ!

Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ! Октябрьский ҡалаһында кеҫә бурҙары ҡатнашлығындағы енәйәттәр теркәлде.
Көндәр йылынды, күптәр еңел кейемгә күсте. Шуның менән бер рәттән кеҫәләрҙән, сумкаларҙан аҡса, документ, телефондар урлау осраҡтары йышая. Быны түбәндәге хәлдәр асыҡ күрһәтә.
36 йәшлек ҡатын сауҙа үҙәгендә үҙенең улына кейем алырға теләп, кейеп ҡарау бүлмәһенә ингәндә сумкаһының асыҡ булыуын һәм 14 мең һум аҡсаһының юғалыуын асыҡлай.
Баҙарҙа йөрөгән сағында бурҙар бер ҡыҙҙың 36 меңлек телефонын – айфонын урлаған.
Ошо көндәрҙә полицияға эсендә аҡса һәм ювелир биҙәүестәр булған көшөлөгө юғалыуы тураһында ғариза менән бер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Был осраҡта хужабикә барлығы 25 меңгә яҡын зыян күргән.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәттәрҙе ҡылыусыларҙы асыҡлау менән мәшғүл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға