«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Штрафтарҙы - SMS-хәбәр аша



14.05.2013 Штрафтарҙы - SMS-хәбәр аша

Штрафтарҙы - SMS-хәбәр аша Илебеҙҙә ЮХХДИ штрафтарын түләүҙең яңы ысулы барлыҡҡа килде. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы «ЮХХДИ автоматик түләүе» хеҙмәтен булдырҙы. Уны тоташтырған клиент - автоһөйөүселәрҙең ЮХХДИ штрафтары тикшереләсәк һәм аҙнаһына йәки айына бер тапҡыр штраф ҡарарының номеры, түләү суммаһы һәм комиссия күләме будган SMS-хәбәр ебәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта комиссия штрафтың бер процентын тәшкил итә. Был иһә банк бүлексәһендә түләгәнгә ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға