«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре ялған террорсыны ҡулға алды



14.05.2013 Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре ялған террорсыны ҡулға алды

Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре ялған террорсыны ҡулға алды 13 майҙа баш ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре һәм Өфөнөң ашығыс хеҙмәттәре «Ҡунаҡһарай» сауҙа үҙәгендә булыусыларҙы эвакуациялаған.
Киске сәғәт 5-тә сауҙа үҙәгенең һаҡ хеҙмәткәре, бинаға бомба һалынған тип ҡысҡырған егеткә иғтибар итә һәм бының турала полицияға белдерә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала «Ҡунаҡһарай»ҙа булған һатып алыусыларҙы һәм персоналды – йәмғеһе 400 кешене тиҙ арала эвакуациялай. Бинаның бүлмәләре һәм сауҙа үҙәгенең биләмәһе Эске эштәр министрлығының Башҡортостан кинология үҙәге эттәре ярҙамында тикшерелде. Һөҙөмтәлә хәүефле әйберҙәр табылмай.
Ялған террорсы – Өфөлә йәшәүсе 30 йәшлек ир полиция тарафынан ҡулға алына. Әйтергә кәрәк, ул элек «Законһыҙ рәүештә наркотиктар һатып алыу, һаҡлау һәм таратыу» (Енәйәт кодексының 228-се статьяһы) буйынса хөкөм ителгән була. Бомба һалыныу тураһындағы хәбәрҙе, үҙе әйтеүе буйынса, психотроп матдәләр тәҫьирендә аңламай әйткән.
Әлеге ваҡытта иргә «Террор акты тураһында ялған хәбәр» (207-се статьяһы) буйынса енәйәт эше асылыу янай. Уға өс йылға иректән хөкөм итеү ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға