«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш дизайнерҙар конкурсында ҡатнашығыҙ



13.05.2013 Йәш дизайнерҙар конкурсында ҡатнашығыҙ

Йәш дизайнерҙар конкурсында ҡатнашығыҙ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының дизайн һәм сәнғәт фәне кафедраһы «FERMA 013 accessories» конкурсын иғлан итте. Унда дизайн өлкәһендә белем алған студенттар һәм яңыраҡ уҡып сыҡҡан белгестәр ҡатнаша ала.
Сара йәш, талантлы дизайнерҙарға ярҙам итеү, уларҙың ижадын халыҡҡа күрһәтеү һәм дизайн өлгөләренең профессиональ кимәлен үҫтереү сараның маҡсатында ойошторола.
«FERMA 013 accessories» конкурсы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Альфа Ромео» дизайн һәм сәнғәт фәне кафедраһында (111-се ауд.) 24 майҙа үткәреләсәк.
Номинациялар:
- fashion аксессуарҙары,
- интерьер аксессуарҙары
- эко - дизайн (фэшн, интерьер аксессуарын, сәскәләрҙән һәм емеш-еләктән ирекле аранжировалар инә ала)
Әйтергә кәрәк, һуңғы номинация республикала иғлан ителгән Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 22 майҙан да һуңлатмай Чернышевский урамы, 145, 111-се аудитория йәки konkursugaes@mail.ru электрон адресы буйынса заявка бирергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға