«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Айыҡ ауыл» конкурсына баймаҡтар ҙа ҡушылды



13.05.2013 «Айыҡ ауыл» конкурсына баймаҡтар ҙа ҡушылды

«Айыҡ ауыл» конкурсына баймаҡтар ҙа ҡушылды Мәғлүм булыуынса, эскелеккә ҡаршы кампания республикала бер нисә йыл рәттән уҙғарыла. Әлеге ваҡытта «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенә ҡушылырға теләк белдереүселәр биш тиҫтәнән ашҡан.
Был конкурсҡа Баймаҡ районынан ете ауыл да ҡушылды. Шулар араһында Мерәҫ ауылы ла бар. Бөгөн унда айыҡлыҡты пропагандалау һәм эскелеккә ҡаршы маҡсатлы эш алып барыла.
«Айыҡ ауыл» конкурсын мерәҫтәр дәррәү ҡабул иткән. Урындағы эшҡыуарҙар йома көндәре һыра һәм алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы кисектереп торорға тигән ҡарарға килгән. Ә Рәсимә Йәналина был эсемлектәрҙе һатыуҙан бөтөнләй баш тарҡан.
Ауылда йылдан-йыл иман юлына баҫыусылар һаны күбәйә, ти урындағы мәсеттең имам-хатибы. Шуға күрә лә айыҡлыҡ конкурсына ҡушылыу халыҡтың дөрөҫ юлға баҫыуына башланғыс булып тора.
Ауыл хакимиәте көмөшкә, техник спирт һатыу менән шөғөлләнеүселәр менән дә маҡсатлы эш алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға