07.05.2013 Ветерандарға Президент хаты тапшырыласаҡ
3 майҙан 9 майға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре Рәсәй Федерацияһы Президентынан Еңеү көнөнә ҡарата ҡотлау хаттары аласаҡ.
Йәмғеһе 96 меңдән ашыу ҡотлау хатын почтальондар адресаттарҙың ҡулына тапшырасаҡ. Шул уҡ мәлдә ветерандар хаты планлаштырылған ваҡытта алып өлгөрмәһә, ҡотлауҙар, адресаттарҙы көтөп, бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ. «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре исемле ҡотлауҙарҙы тапшырмайынса ҡалмаясаҡ, кәрәк булһа, ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлаясаҡ.