06.05.2013 Вертолет менән идара итергә өйрәнеп буласаҡ
Өфө янындағы «Первушино» аэродромында тиҙҙән «Аэросоюз - Өфө» компанияһының вертолет үҙәге һәм «Парашют уҡыу – методика үҙәге» асыласаҡ. Тәүгеһендә теләүселәр «Robinson R - 44» вертолетында осоу менән бер рәттән уның менән идара итергә лә өйрәнәсәк. Бынан тыш үҙәктә автожир пилоттарын әҙерләү ҙә ҡаралған.
«Парашют уҡыу – методика үҙәге» иһә июль айында асыласаҡ. Исеме үк әйтеп тороуынса, унда парашют менән һикерергә өйрәтәсәктәр. Планда - 800 метрҙан 3000 метрғаса бейеклектән яңғыҙ ҙа, тәжрибәле мастер менән дә һикереүҙе ойоштороу.