«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирле ҡатындар ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда күберәк



29.10.2010 Ирле ҡатындар ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда күберәк

Иҫәп алыу сараһы үтеп китте. Тәүге һөҙөмтәләр 2011 йылдың апрелендә билдәле була, тиһәләр ҙә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр тураһында әле үк һөйләргә мөмкин. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ: әммә республикала ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар ике тапҡыр күп булып сыҡҡан. Был нимә: ирҙәр үҙҙәрен «ҡамытһыҙ» һанаймы, әллә переписчиктарға алдап әйткәндәрме? Тағы бер нәмә: иҫәп алыусылар йортта эт-бесәй тотоусыларҙың: «Беҙҙең дүрт аяҡлы ғаилә ағзаларын да теркәгеҙ,» - тип аптыратыуҙарынан ялҡҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға