«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирәмәлде нисек яҡларға?



29.10.2010 Ирәмәлде нисек яҡларға?

Ирәмәл тауына «джип»тарҙа менгән Силәбе вәхшиҙәренә ҡарата күрше өлкә етәкселеге бер ниндәй ҙә сара күрмәүе аптырата инее. Ниһайәт, уларҙың, һис юғында, Йәмәғәтселек палатаһы Рөстәм Хәмитовҡа хат яҙған. Йәнәһе лә, Башҡортостандың уникаль тәбиғәте улар өсөн дә ҡәҙерле һәм вәхшиҙәргә ҡарата ҡәтғиерәк саралар күреү мөһим.
Уныһын беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ ҙә ул, тик Силәбе енәйәтселәренә беҙҙең ҡул етеңкерәмәй шул, юғиһә…
Хәтерегеҙҙәме, хатта Ирәмәлебеҙ башына шул уҡ силәбеләр тәрене һынландырған һәйкәл дә ҡуйып ҡуйғайнылар. Тәренең бер сатаһына баҫып фотоға төшәбеҙ тип, башҡорт егеттәре уны һындырып, бәләгә тарый яҙғайнылар, йәғни тегеләр һуғышмаҡ булғайнылар.
Республика етәксеһенең Ирәмәлде һаҡлау буйынса тик бер генә сараһы бар: көстәр тарафынан һаҡланыусы ябыҡ зона булдырыу!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға