25.04.2013 Хәрәмләшеүселәргә ҡаршы көрәш аяуһыҙ буласаҡ
Өфө ҡалаһында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙе яҡшыртыу буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы уҙҙы. Унда БДИ-ны хәүефһеҙ һәм ғәҙел үткәреүе тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, беҙҙең республика интернет селтәрендә имтихан материалдарын ҡуйыу буйынса лидерҙар иҫәбендә тора. Ә БР-ҙың мәғариф өлкәһен тикшереү һәм күҙәтеү буйынса идаралығы начальнигы Альмира Ғәниева Берҙәм дәүләт имтиханын интернет оҙатыуы системаһының селтәргә имтихан билеттарын һалыусыларҙы ярты сәғәт эсендә асыҡлай алыуы тураһында хәбәр итте. Был система Рәсәй биләмәһендә эшләүсе бар провайдерҙарҙы эсенә ала. Шуға күрә лә интернетҡа билет яуаптарын һалған уҡыусылар еңел асыҡланасаҡ. Бындай ысул менән БДИ ҡағиҙәләрен боҙоусыларға имтиханды яңынан тапшырыуға мөмкинлек бирелмәйәсәк.