«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балам ял итһен тиһәң...



28.10.2010 Балам ял итһен тиһәң...

Башҡортостанда 2011 йылда балаларҙың йәйге ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштороу буйынса заявкалар ҡабул итеү кампанияһы башланды. Бының өсөн ата-әсәләр балаларын ниндәй айҙа, ҡайһы лагерҙа йәки шифаханала ял итеүен белдереп, эш урынында ғариза яҙырға тейеш. Ғаризалар ойошманың профкомына йәки комиссияһына бирелә. Һуңынан предприятие етәксеһе заявкаларҙы урындағы мәғариф бүлегенә тапшыра. Кампания 20 ноябргәсә дауам итә. Путевка алыу тәртибе һәм хаҡы буйынса үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуапты БР Мәғариф министрлығының сайтында табырға мөмкин. Әйткәндәй, быйыл йәй 386 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ял иткән. Был мәктәп уҡыусыларының 92,2 процентын тәшкил итә.



.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға