«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күперҙән ташланырға теләүсе ҡотҡарыла



23.04.2013 Күперҙән ташланырға теләүсе ҡотҡарыла

Күперҙән ташланырға теләүсе ҡотҡарыла Үткән шәмбелә Өфө полицияһының патруль-пост хеҙмәткәрҙәренә үтеп барыусы баш ҡалала йәшәүсе бер егет тимер юл вокзалы янындағы трамвай күперендә үҙ-үҙен үлтерергә маташыусы ирҙе күреүен әйтә.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ул урынға барып етә һәм күпер кәртәһе аша сығып, аҫҡа ташланырға әҙер торған ирҙе һөйрәп алып өлгөрә.
Шуныһы асыҡлана – ике аҙна элек был ир Бөгөлмәнән Өфөгә эшкә килә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы мәртәбә эскән сағында, туғандары ҡолағына «чип» ҡуя. Был прибор уға төрлө команда бирә икән. Күперҙән ташланырға ла ул бойорған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре табиптарҙы саҡырта. Үҙ-үҙен үлтерергә теләгән ирҙең етди психик ауырыу булыуы асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға