«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркомандар рулгә ултырмай



27.10.2010 Наркомандар рулгә ултырмай

Юл именлеге хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең даими иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә генә Өфө ҡалаһының Ленин районы прокуратураһы йәнә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә закондар үтәлешен тикшерҙе. Рейд барышында Республика наркодиспансерында иҫәптә тороусы илленән ашыу ауырыуҙың водитель таныҡлығы булыуы асыҡланған. Ғәмәлдә иһә, Федераль законға ярашлы, алкоголизм йәки наркомания менән мауығыусыларға хәүефле урындарҙа эшләү, шул иҫәптән, транспорт менән идара итеү рөхсәт ителмәй. Шунлыҡтан прокурорҙар наркомания менән сирләүсе 52 кешенең водитель таныҡлығын алыу өсөн суд эше асты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға