«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хаҡлы ялдағы ир шартлатҡыс тапшыра



22.04.2013 Хаҡлы ялдағы ир шартлатҡыс тапшыра

Хаҡлы ялдағы ир шартлатҡыс тапшыра Хәйбулла районының полиция бүлегенә Бүребай ауылында йәшәүсе 66 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ул үҙенең гаражын йүнәткәндә табып алған шартлатҡысты һәм детонаторҙарҙы тапшырырға теләүен белдерә.
Ирҙең атаһы заманында урындағы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән була. Ни өсөндөр ул улына ҡурҡыныс «мираҫ» ҡалдыра. Ир кеше ғүмеренә янаған хәүеф аҫтында йәшәргә теләмәй һәм полицияға мөрәжәғәт итә һәм 12 капсюль-детонатор, 6 электр детонаторы һәм 900 грамм аммонит менән детонит тапшыра. Закон буйынса ир кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылмай һәм үҙ ирке менән боеприпастар һәм ҡорал тапшырған өсөн уға аҡсалата премия биреү ҡаралған. Әйтергә кәрәк, был арсенал 55 мең һумдан ашыу суммаға баһаланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға