«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең мәнфәғәтте яҡлағандар



27.10.2010 Беҙҙең мәнфәғәтте яҡлағандар

Һөйөнсө!
Дәүләт Думаһы депутаттары ябай хеҙмәткәрҙәрҙең больничный лисына түләмәү тураһында һүҙ ҡуйырта башлағайны, беҙҙең республика профсоюздары федераль законға бындай үҙгәреш индермәүҙәрен һорап, беренсел профсоюз ойошмаларынан телеграммалар ебәреү акцияһын ойошторған һәм… уңышҡа өлгәшкән – Дума был тәҡдимде ҡабул иткән. Шулай итеп, иптәштәр, ҡурҡмайынса ауырый алаһығыҙ (шутка, конечно!).
Тағы ла: беҙҙең шул уҡ профсоюз РБ Хөкүмәтенә бюджет хеҙмәткәрҙәренең минималь эш хаҡы кимәлен йәшәү минимумына тиңләү тураһындағы башланғыс менән мөрәжәғәт иткән. Ниһайәт, профсоюздар ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап, әҙерәк ҡуҙғала башланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға