«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеше әйберенә ҡул һуҙып, законға ҡаршы сыҡма



22.04.2013 Кеше әйберенә ҡул һуҙып, законға ҡаршы сыҡма

Кеше әйберенә ҡул һуҙып, законға ҡаршы сыҡма Кешеләрҙең иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында үҙҙәренең шәхси әйберҙәрен кафела, транспорта һәм башҡа урында ҡалдырыу осраҡтары йыш теркәлеп тора. Был осраҡта граждан үҙенең сумкаһын йәки мобиль телефонын ҡайҙа онотҡанын теүәл белеп, кире килеп йәки башҡа ысул менән юғалған әйберен алырға мөмкин. Әгәр ҙә был юғалған әйберҙәрҙе берәү үҙенә алһа, был ҡара эш сит мөлкәтте урлауға тиңләнә һәм уға енәйәт яуаплылығы янай.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында йәшәүсе егет кафела булғанында күршеләге өҫтәл өҫтөндә ҡыйбатлы мобиль телефон ятҡанын күреп ҡала. Яҡын-тирәлә бер кем дә булмауы менән файҙаланып, егет уны алып сығып китә.
Ярты сәғәттән кафеға телефон хужаһы әйләнеп ҡайта, ләкин уның әйбере ҡалдырған урында булмай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә һәм бер аҙ ваҡыт үтеүгә бур егет ҡулға алына.
Әйтергә кәрәк, был ваҡиға имен-аман тамамлана: телефон эйәһенә кире ҡайтарыла, ә егет ҡулға алына. Шулай ҙа телефон хужаһы уны йәлләй, енәйәт эше ике яҡтың да килешеүе сәбәпле ябыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға