22.04.2013 Борам бәйләнеше үҙ эшен башлаясаҡ
27 апрелдән баш ҡалала борамдар эшләй башлаясаҡ. Пассажирҙарҙы һәм транспорт сараларын йөрөтөү улар ярҙамында башҡарыласаҡ. Борамдар һәр береһе 8 автомобилде икенсе ярға алып сыға ала, билет хаҡы 15 һум буласаҡ.
«Сипайлово» һәм «Дудкино» борам бәйләнеше иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға, «ДОК» һәм «Трамплин» иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 11-гә тиклем, «Чесноковка» менән «Козарез»да - иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске сәғәт туғыҙға тиклем эшләйәсәк. «ДОК» борамында автомобиль транспортын ташыу яҙғы ташҡындан һуң башҡарыласаҡ.