«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡса ашап, ғәйепләүҙән ҡотолорға уйлай



18.04.2013 Аҡса ашап, ғәйепләүҙән ҡотолорға уйлай

Аҡса ашап, ғәйепләүҙән ҡотолорға уйлай Кисә Белорет ҡалаһында йәшәүсе ҡатын бәләкәй балаһы һәм әхирәте – 23 йәшлек ҡыҙ менән баҙарға йүнәлә. 10 мең һум аҡсаны ул балалар коляскаһының кеҫәһенә һала. Магазинға инер алдынан, ҡатын колясканы танышына ҡалдыра.
Тауар һатып алып сыҡҡас, әсә ҡалған аҡсаһын янсығына һалам тигәндә, унда булған сумманың кәмеүен һиҙә. Колясканы ҡараған әхирәтенән шикләнеп, ул полиция саҡырта.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмә барышында шиккә алынған ҡыҙ тулҡынланыуын йәшермәй. Бер мәл ул бәҙрәфкә сығырға һорай һәм унда полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатындың күҙ алдында сумкаһынан дымлы салфеткалар менән берәр меңлек өс купюра сығара һәм ауыҙына ҡаба. Ике меңлекте ҡотҡарып алып ҡалалар, Ләкин өсөнсө күпюраны ҡыҙ сәйнәп йоторға өлгөрә.
Ҡулға алынған ҡыҙ был мәғәнәһеҙ енәйәттең сәбәбе итеп иптәшенә күптән үпкә тотоуын һәм аҡса урлап үс алырға теләүен белдерә.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше асыуға әҙерлек бара. Ҡулға алынған ҡыҙға аҡсаны ла кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға