18.04.2013 Кешеләр хәүефһеҙлеге өсөн
17 апрелдә баш ҡалала «Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль» исемле комплекслы иҫкәртеү операцияһы иғлан ителде. Уның барышында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте вәкилдәре халыҡ менән әңгәмә ҡорасаҡ, нисек итеп яуыз ниәтле кешеләрҙең йорттарға, автомобилдәргә инеүе, автотранспортты алып ҡасыуы һәм башҡа хәүеф тураһында иҫкәртәсәк.
Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре сарҙаҡ-подвалдарҙы һәм күп фатирлы йорттарҙың подъездарына үтеп инеү мөмкинлеген тикшерәсәк. Кешеләргә шулай уҡ ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтендә булған техниканың мөмкинлектәре лә күрһәтеләсәк.