«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Экологик аң көнө»: Дәүләт Думаһы депутатары уҡытыусылар ролендә



17.04.2013 «Экологик аң көнө»: Дәүләт Думаһы депутатары уҡытыусылар ролендә

«Экологик аң көнө»: Дәүләт Думаһы депутатары уҡытыусылар ролендә 15 апрелдә «Экологик аң көнө» масштаблы экология проекты старт алды.
Был көндө Өфө ҡалаһының ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында юғары рангылы чиновниктар балаларға экология йүнәлешендә дәрес бирҙе. 39-сы гимназияла Рәсәй Парламенты депутаты Иршат Фәхретдинов, 3-сө гимназияла – торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса Дәүләт Думаһының комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға, тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙа ҡатнашырға өндәне. Дәрестәрҙә шулай уҡ сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың өҫтөнлөгө, экологик акциялар үткәреүҙең, ағас ултыртыуҙың файҙаһы тураһында ла фекер алышыу булды. Эре сәнәғәт үҙәге рәүешендә Өфө ҡалаһының экологик торошо ла анализланды, дәүләт власы органдары тарафынан ҡаралған тәбиғәтте һаҡлау эштәре тураһында белдерелде.
Әйтергә кәрәк, «Экологик аң көнө»нә депутаттар корпусы әүҙем ҡушылды. Ошо көндәрҙә чиновниктар экодәрестәрҙе Ишембай һәм Саҡмағош районы мәктәптәрендә уҙғарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға