«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Магазин талап, диңгеҙгә ял итергә йүнәлгән



15.04.2013 Магазин талап, диңгеҙгә ял итергә йүнәлгән

Магазин талап, диңгеҙгә ял итергә йүнәлгән Өфө ҡалаһында урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинын талаусыны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
8 апрель төнөндә тәүлек әйләнәһенә эшләгән сауҙа нөктәһенә бер егет килеп инә һәм билмән һатып алырға теләүен белдерә. Һатыусы һыуытҡысҡа яҡынлашыуы була, егет уны сәсенән эләктереп, иҙәнгә ҡолата һәм электрошокер менән бер нисә тапҡыр һуға. Талаусы ҡатындың тап башына ғына электр разряды менән тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә һатыусы иҫтән яҙа.
Артабан егет кассала булған 22 мең һум аҡсаны ала. Уны эҙҙәр буйынса оператив хеҙмәткәрҙәр тиҙ генә тота алмай.
Бер нисә көндән талаусы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡулға алына. Ул Краснодар крайына йүнәлгән була, ләкин аҡсаһы бөтә.
Әйтергә кәрәк, енәйәтсе – бер ҡайҙа ла эшләмәгән 28 йәшлек Өфө егете. Магазинды ул ныҡ эскән көйө талай. Аҡсалы булғас, ул уны шул төндә үк кәйеф-сафаға туҙҙыра.
Иртәгеһен егет диңгеҙ буйына сығып китергә теләй, ләкин аҡса яғы самалы була. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ваҡытында ҡулға ала. Хәҙер уға «Талау» статьяһы буйынса закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға