«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Масштаблы проектҡа әҙерлек етди бара



12.04.2013 Масштаблы проектҡа әҙерлек етди бара

Масштаблы проектҡа әҙерлек етди бара «Экологик аң көнө» исемле Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған проект тураһында беҙ яҙып үткәйнек. Ул 15 апрелдән 20 апрелгә тиклем үткәреләсәк. Бөгөнгә республиканың 52 район һәм ҡалаһынан 550-нән ашыу мәктәп һәм белем биреү учреждениеһы ҡатнашырға ризалыҡ биргән. Был 42 мең уҡыусы тигәнде аңлата.
Проект программаһынан тыш, мәктәптәрҙә төрлө тема конференциялары, конкурстар, викториналар, интеллектуаль уйындар уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, экологик таҙа материалдан яһалған кейем моделдәрен күрһәтеү, фото һәм һүрәттәр, китаптар күргәҙмәһе, ғилми-тикшеренеү саралары, экологик өмәләр үткәреү, ағас ултырыу ҡаралған.
БР Экология министрлығының дәүләт аналитика контроле идаралығы белгестәре үҙҙәеренең лабораторияһында 93-сө баш ҡала гимназияһының уҡыусыларына экология дәресе бирәсәк. Балалар химиктарҙың һауа, тупраҡ һәм һыуҙы нисек итеп тикшергәнен күҙәтәсәк.
Әйтергә кәрәк, был проект БР Экология министрлығының һәм БР-ҙың ЭкоПорталы менән берлектә ойоштороласаҡ. Уларға Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы менән Рәсәй Тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы янындағы БР Йәмәғәт советы ла ҡушылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға