«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Суд приставтары хеҙмәтендә яңы мөмкинлек



12.04.2013 Суд приставтары хеҙмәтендә яңы мөмкинлек

Суд приставтары хеҙмәтендә яңы мөмкинлек Ошо көндәрҙә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы башҡарма производстволарҙың мәғлүмәт базаһы буйынса мәғлүмәт алыуға мобиль телефондар өсөн махсус программа тәҡдим итте.
Программа Android и iOS операцион системаларында эшләгән телефондарға тәғәйенләнгән. Уның менән башҡарма производстволарҙың мәғлүмәт базаһында физик һәм юридик шәхестәр буйынса мәғлүмәт алырға, программа базаларын һорау буйынса яңыртып була.
Бынан тыш, башҡарма производстволарҙың мәғлүмәт базаһы буйынса эҙләү ведомствоның сайтында һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендә лә тәҡдим ителгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға