«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шешә ярҙамында магазин талана



11.04.2013 Шешә ярҙамында магазин талана

Шешә ярҙамында магазин талана Илеш районы буйынса полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре магазин баҫыусыны ҡыҙыу эҙҙәр буйынса Татарстан республикаһы биләмәһендә ҡулға ала.
Енәйәтсе үҙенең Башҡортостанда ҡылған енәйәте асылмай ҡаласаҡ тип ышанһа ла, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре унан өлгөр булып сыға.
Ҡара эштең тарихы ошолай була. Киске сәғәт алтыла дежур часҡа Кирзавод ауылында аҙыҡ-түлек мағазинына талаусылар һөжүм итеүе тураһында хәбәр килә. Енәйәт урынына оператив төркөм ебәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, талаусы һыра шешәһе менән һатыусының башына һуға һәм кассанан 8 мең һум аҡсаны урлай. Зыян күреүсеүгә медиктар ярҙам итә.
Һатыусы белдереүенсә, енәйәт ҡылған ир тупһанан уҡ аҡса талап итә башлай. Артабан ул урнанан буш шешә ала ла ҡатындың башына иҫкәртеүһеҙ һуға.
Һатыусы был ир ситтән килгән тип белдерә. Артабан оператив хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала енәйәтсенең ауылдан такси яллап сығып китеүен билдәләй. Водителдәр Татарстандың Аҡтаныш районына тиклеп барырға теләгән һәм юл өсөн шунда уҡ аҡса түләгән клиент тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре талаусыны тыуған ауылында ҡыуып етә һәм уны енәйәт ҡылған урынына кире алып килә.
Һатыусы енәйәт ҡылыусыны таный. Әлеге ваҡытта ир «Талау» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға