11.04.2013 Юлдарға скутерҙар һәм мотоциклдар сыҡты
Ҡар иреп, көндәр йылына һәм шул уҡ ваҡытта юлдарға скутерсылар һәм мотоциклда йөрөүселәр сыға башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай транспорт төрө менән беренсе юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде лә инде. 6 апрелдә баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә «Форд - Фокус» автомобиле водителе янында барған скутерҙы күрмәй һәм уны бәрҙерә. Бәхеткә күрә, еңел транспорт менән идара итеүсе 29 йәшлек егет иҫән ҡала, медиктар уға ярҙам итә.
Шулай ҙа юлдарға мотоциклдарҙың сығыуы айырыуса хафаландыра. «Минск», «Иж», «Урал»дар менән бер рәттән иң хәүеф тыуҙырғаны булып сит илдә сыҡҡан ҡеүәтле техника тора. Уларҙың хужалары юл хәүефһеҙлеге инспекторҙарының талабын үтәмәй, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡарата мөнәсәбәтен әйтеп тә тораһы түгел. Үҙ-ара «ярыш»тар ойоштороп, светофор һәм өҫтөнлөк биреү тамғаларына иғтибар итмәй, көтөлмәгән маневрҙар яһап, эскән килеш юлға сығып, мотоциклсылары күп юл-транспорт фажиғәләре яһай.
Балаларына скутер һатып алыусы ата-әсәләр ҙә ҙур хата яһай. Йәш водителдәр юл-транспорт ҡағиҙәләрен белмәй, юғары тиҙлек менән йөрөй, баштарына шлем кеймәй. Фажиғәләр тап ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәнлектән килеп сыға.
Скутер йәки мотоцикл етди транспорт сараһы булып тора. Уларға ултырып дөйөм транспорт ағымына ҡушылғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.