«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шихандарға батырҙың һәйкәле лә ҡушылды



11.04.2013 Шихандарға батырҙың һәйкәле лә ҡушылды

Шихандарға батырҙың һәйкәле лә ҡушылды «Рәсәй 10» интернет-проектында ҡатнашҡан тәбиғәт, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡылары араһында Волга буйы федераль округы кимәлендәге ярыш әле лә дауам итә.
Бөгөнгә 53 меңдән ашыу тауыш йыйып, Стәрлетамаҡ шихандары лидерлыҡты бирмәй. Ә бына икенсе урында халҡыбыҙҙың ғорурлығы – Салауат Юлаевҡа арналған һәйкәл урынлашты. Ул 37 меңдән ашыу тауыш туплаған.
Өсөнсөлә, 28 меңгә яҡын тауыш йыйып, Удмуртияла урынлашҡан Иднакар музей-заповеднигы килә.
Дуҫтар! Шихандарҙың, Салауат Юлаев һәйкәленең һәм Башҡортостандың башҡа символдары еңеүенә тик һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ. Бының өсөн сайтҡа инергә һәм «Башҡортостан Республикаһы» тигән ҡушымтаны асырға кәрәк. Бер компьютер аша тәүлегенә өс мәртәбә тауыш биреп була.
Һуңғы көндәрҙә шихандар өсөн робот тауыш бирә тигән хәбәр таралды. Быны инҡар итеү өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Рәсәй 10» проектының төркөмөндә «Шихандар өсөн кем тауыш бирә?» тигән фекер алышыуҙа комментарий яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға