«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала ташҡынға ҡаршы режим көсәйтелде



10.04.2013 Республикала ташҡынға ҡаршы режим көсәйтелде

Республикала ташҡынға ҡаршы режим көсәйтелде Кисә Белорет районындағы Ғәбдөк ауылын һыу баҫыуы тураһында белдергәйнек. Унда әлеге ваҡытҡа мал-тыуар, ҡош-ҡорт, шәхси автомобилдәр, йорт ҡаралтылары зыян күргән. Ауылға тимер юлы транспорты менән генә барып була.
Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендәге автомобиль юлына үтеү Өршәк йылғаһы ташыу арҡаһында ике яҡтан да тыйылған. Шишмә районындағы Первомайский ауылында өйҙәрҙе һыу баҫҡан, халыҡ малын ҡоро ергә сығара. Ундағы күперғә боҙ тығылған.
Әйтергә кәрәк, 23 урынға һыу баҫыу янай. Улар иҫәбенә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама менән эреле-ваҡлы йылғалар янында ултырған ауылдар инә. Барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ташҡынға ҡаршы комиссиялар эшләй. Октябрьскиҙа, Сибайҙа һәм Мәләүездә юғары әҙерлек режимы индерелгән. Йылғаларҙа һыу кимәле даими тикшерелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға