«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Кеше юғалды



09.04.2013 Иғтибар! Кеше юғалды

Иғтибар! Кеше юғалды Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре 1999 йылғы Әлмир Дергуновты эҙләй. Ул кисә иртәнсәк Ҡулса урамында урынлашҡан 80-се мәктәпкә уҡырға китә һәм ҡайтмай. Үҫмерҙең ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә.
Әле эске эштәр органдарының етмештән ашыу хеҙмәткәре – бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар, участка уполномоченныйҙары, енәйәти эҙләү һәм патруль-пост хеҙмәткәрҙәре юғалған баланы эҙләүгә йәлеп ителгән. Улар малайҙың дуҫ-таныштарынан һорау ала, сарҙаҡ-подвалдарҙы тикшерә.
Әлмир Дергуновты күргән кешеләр яҡындағы полиция бүлегенә йәки 237-19-60, 279-39-02, 128 телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға