«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙе һатып ҡаранылар, сират Бәләбәйгә етте



09.04.2013 Рәсәйҙе һатып ҡаранылар, сират Бәләбәйгә етте

Рәсәйҙе һатып ҡаранылар, сират Бәләбәйгә етте Ике аҙна элек «Е-bay» интернет-аукционында билдәһеҙ Бәләбәй кешеһенең Рәсәйҙе аукционда һатырға теләгәнен беҙ яҙып сығарғайныҡ инде. Нимәһе ҡыҙыҡ – бер иҫәргә икенсе иҫәр тура килә тигәндәй, март айында «Ҡулдан ҡулға» иғландар гәзитенең сайтында Бәләбәй ҡалаһы үҙе һатыуға сығарылды. Был иғланға ярашлы, ҡалаға 1715 йылда нигеҙ һалынған, уның майҙаны 34,26 км², халҡының һаны - 60 188 кеше тәшкил итә. Унда шулай уҡ Бәләбәйҙә сүп-сар сығарыу һәм йәштәргә бәйле проблемалар барлығы ла күрһәтелгән.
Был иғлан өсөн һатыусы 999 һум хаҡ ҡуйған. Бынан тыш, бүләккә Өфө ҡалаһы ла бирелеүе тураһында яҙылған.
Аптырмаған көнөңдә аптырарһың. Ниндәй заманда йәшәйбеҙ, Тыуған илеңде аукцион-фәләндә генә еңел генә һатып була торған ваҡытта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға