09.04.2013 Ваҡытлыса маршрут менән йөрөтөләсәк
«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, рейс автобустары тимер юл станцияларынан йөрөй башлаясаҡ. Был алым пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн эшләнелә. Сөнки быйыл апрелдән октябргә тиклем республикалағы тимер юлдар ремонтланасаҡ. Шуның өсөн да ҡала яны маршруттары ҡыҫҡартыласаҡ, ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй ябыласаҡ.
Хәҙер «Өфө - Раевка» поезы Шишмәгә тиклем генә йөрөйәсәк. 12 апрелдән «Шишмә» станцияһынан артабан юл тотоусы пассажирҙар «Өйҙөрәк», «Шиңгәккүл», «Ҡаҙанғол», «Дәүләкән» һәм «Түлән» станциялары аша маршрут автобустары менән Раевкаға тиклем алып барыласаҡ. Бының өсөн өҫтәмә билет алыу кәрәкмәйәсәк – поезд менән автобусҡа берҙәм билет һатыласаҡ.