05.04.2013 30 ҡыҙ әрмелә хеҙмәт итергә ғариза биргән
Быйылғы яҙғы призывта Башҡортостандан 5399 егет әрме хеҙмәтенә алынасаҡ. Был республикала хәрби иҫәптә торған 18 йәште үткән ир-егеттәрҙең 6,4 процентын тәшкил итә. Уларҙың күпселеге Үҙәк хәрби округта ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, Хәрби-һауа көстәрендә, Хәрби-диңгеҙ флотында, стратегик йүнәлештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Ә бына хәрби көстәрҙең элитаһы – һауа-десант ғәскәрҙәренә ни бары 60 кеше ебәреләсәк.
Юғары белем алған егеттәр ҙә әрме һурпаһын татыясаҡ. Улар сержант йәки ҡатмарлы хәрби-учет һөнәрҙәрендәге белгес дәрәжәһендә хеҙмәт итәсәк.
Әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалыусылар ҙа етерлек. Башҡортостан хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, улар бының өсөн теркәлеү урындарын алмаштыра, повестка алып килеүселәргә ишектәрен асмай һәм башҡа алымдар менән ҡасып ҡала. Уларҙың һаны 2 мең кеше.
Шуның менән бер рәттән әрмегә барырға теләп, хәрби комиссариатҡа утыҙға яҡын ҡыҙ ғариза биргән. Уларҙың был аҙымы Рәсәй ҡораллы көстәренең матди тотороҡлоғо һәм хәрби хеҙмәттән һуң торлаҡ алыуға льготалар алырға эйә булыуға теләү менән дә аңлатыла.