05.04.2013 Яңы проект ҡыҙыҡлы булмаҡсы
6 апрелдә киске сәғәт туғыҙҙа Башҡортостан юлдаш каналында «Ҙур сумаҙан» исемле яңы проект эфирға сығасаҡ. Уның авторы рәүешендә «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Рөстәм Аҙнабаев менән музыкант, шоумен һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Руслан Фаршатов сығыш яһай.
Был трансмедия проекты Өфөлә уйлап сығарылған. Уға ярашлы, алып барыусы ТРУБАдур Руслан Фаршатов донъя буйлап сәйәхәт иткәндә һәр урындың ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған тауыштарын туплай. Алып барыусының маҡсаты буйынса 18 сәғәт эсендә иң тауышлы һәм иң тыныс урынды табырға һәм берәй ҡала йәки кеше йәшәгән ерҙе күрһәткән һәм шуның меән иҫтә ҡалырға тейеш тауышты эҙләп табыу тора. Бынан тыш, ТРУБАдур ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәр урында билдәле бер йырҙы отоп, уны бар халыҡҡа башҡарырға, шуның менән үҙенә һәм төшөрөү командаһына киске аш өсөн аҡса тупларға бурыслы.
Тапшырыуға әҙерлек барышында, «Радио Спутник ФМ» тыңлаусылары 11 февралдән акустик сәйәхәтте төшөрөүгә ярҙам итте һәм шоу етәксеһенә аудиомаршруттар әйтеп барҙы.