05.04.2013 «Мәктәпкә бомба һалыусы» үҫмер тотолдо
ҡариҙел районының ҡара Яр ауылында йәшәүсе 16 йәшлек үҫмер шаярырға теләп, әсәһенең телефоны аша мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә буйынса урынбаҫарына шылтырата һәм мәктәп бинаһына бомба һалыныуын белдерә.
Һөҙөмтәлә райондың бөтә кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре аяҡҡа баҫтырыла. Мәктәп һәм уның биләмәһе полиция тарафынан ҡамала, кинология хеҙмәте һәм янғын һүндереүселәр үҙ эшен башлай. Дәрестәр туҡтатыла, педагогтар һәм балалар – йәмғеһе 200 кеше эвакуациялана. Ләкин бомба табылмай.
Телефондан уҫал ниәт менән шылтыратып шаярыусы тиҙ табыла. 16 йәшлек үҫмер быға тиклем хөкөм ителмәһә лә, шулай ҙа бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә иҫәптә торған була. Ул ғәйебен тулыһынса таный.
Үҫмергә РФ Енәйәт кодексының «Террор акты тураһында белә тороп ялған хәбәр итеү» 207-се статьяһына ярашлы өс йылға тиклем хөкөм срогы янай.