04.04.2013 50 процентлы ташламалар индерелде
1 апрелдән 31 октябргә тиклем республика ҡала яны поездарында граждандарҙың льготалы категорияларына билет хаҡына 50 процентлы ташламалар индерелде.
Уға ярашлы, ярты хаҡҡа билетты халыҡтың түбәндәге категориялары алырға хоҡуҡлы:
- хеҙмәт ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән граждандар,
- 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем тылда эшләүселәр,
- сәйәси репрессияларҙан зыян күреүселәр һәм реабилитация үтеүселәр,
- хаҡлы ялдағылар.
Ташламалы билет алыу өсөн шәхесте раҫлаусы документ (паспорт, шәхес таныҡлығы) һәм льготалы статусты раҫлаған документ (пенсия таныҡлығы, хеҙмәт ветераны таныҡлығы) күрһәтелергә тейеш.
Бөтә һорауҙар менән Өфөләге «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса - 8 - (347) 229-14-98 шылтыратырға мөмкин.