«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Үҙегеҙҙең ҡан баҫымын күҙәтегеҙ!»



02.04.2013 «Үҙегеҙҙең ҡан баҫымын күҙәтегеҙ!»

«Үҙегеҙҙең ҡан баҫымын күҙәтегеҙ!» Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнө алдынан Өфө ҡалаһы халҡы ҡан баҫымы һәм күреү һәләтен тикшерә аласаҡ.
7 апрелдә үтәсәк был сараны «Үҙегеҙҙең ҡан баҫымын күҙәтегеҙ!» девизы аҫтында үткәреү ҡаралған.
Был көндә баш ҡалабыҙҙың 2-се, 38-се, 46-сы поликлиникаһында, 5-се һәм 8-се балалар поликлиникаһында урынлашҡан Һаулыҡ үҙәктәре һәм Өфөнөң дауалау-профилактика учреждениеларының табипҡа тиклем күренеү кабинеттары көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Һәр мөрәжәғәт итеүсенең буйы, кәүҙә ауырлығы, артериаль ҡан баҫымы, ҡандың шәкәр күләме тикшереләсәк, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә ҡағылышлы кәңәштәр биреләсәк. Мохтаждар өҫтәмә тикшерелеүгә лә ебәреләсәк.
5 апрелдә 4-се, 111-се, 350-се дарыуханаларҙа артериаль ҡан баҫымын, 111-се һәм 350-се дарыуханаларҙа күреү һәләтен бушлай тикшерәсәктәр. Белем биреү учреждениеларында махсус дәрестәр һәм байрамдар үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға