02.04.2013 Башҡорт тирмәләре Силәбелә сығарыла башлаясаҡ
Халҡыбыҙҙың күсереп йөрөтмәле йәйге торлағы төрлө үлсәмдә һәм конструкцияла Силәбелә йыйыласаҡ. Әлегә тиклем тирмәләр республикала ғына сығарыла ине.
Ошо көндәрҙә Силәбеләге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Амур Хәбибуллин һәм урындағы бер фирма директоры араһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, яңы производствола тирмә каркасы тәүге осорҙа тимер торбаларҙан яһалһа, артабан еңеләйтелгән арматуралы махсус пластик конструкцияға күсәсәктәр. Диаметры 6, 12 һәм 18 метр булған был тирмәләрҙе ҡышҡыһын да ҡулланырға мөмкин. Хәҙерге заман тирмәһен ҡунаҡ өйө йәки беседка итергә лә була.