01.04.2013 Билдәһеҙ кеше батырлығы
Салауат ҡалаһында 6 класс уҡыусыһы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күпер янында уйнап йөрөгәнендә һыуға ҡолай һәм бата башлай. Быны үтеп барыусы ир күрә һәм күп уйлап тормай, баланы ҡотҡара. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте килеп етеүгә, боҙҙа шаярған уҡыусы ярға сығарылған була.
Һыуға төшкән малайға беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгән, уның һаулығына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ә уны ҡотҡарыусы исемен дә, ҡайҙа эшләгәнен дә әйтмәгән, билдәһеҙ булып ҡалыуҙы хуп күргән.