01.04.2013 Енәйәти төркөм юҡҡа сығарылды
Былтыр апрель айында республика буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре өс кешелек талаусылар төркөмөн һәм уның башлығы – Бәләбәй районында йәшәүсе 21 йәшлек егетте ҡулға ала. Улар Беренсе май урамындағы ломбардты баҫыуҙа ғәйепләнә. Ләкин енәйәт эше барышында ҡулға алыныусыларҙың Өфө ҡалаһында унынлашҡан йәшерен уйын клубтарын талауы ла асыҡлана.
Енәйәтселәр алдан уйланылған схема буйынса эш итә. Төндә, залда клиенттар ҡалмаған мәлдә, администраторға һәм һаҡсыға ҡорал менән янап, улар бар йыйылған аҡсаны, видеорегистратор ҡорамалын, кәрәҙле телефондарҙы тартып алған. Артабан бандиттар клуб хеҙмәткәрҙәрен бәйләп ҡасҡан. Зыян күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итмәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ – бандиттар таланған аҡсаны кире шул клубтарҙа уйнап бөтөргән.
Енәйәтселәр ҡулға алынмағас, һәр осраҡ һайын һаҡсыларҙы, администратор ҡыҙҙарҙы туҡмап, үҙҙәрен бәйһеҙерәк тота башлай. Әйтергә кәрәк, тартып алынған аҡсаның дөйөм суммаһы 280 мең һум тәшкил итә.
Төркөм йәшерен клубтарға ун ике тапҡыр һөжүм иткән. Эҙләү барышында банда эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан тағы ла бер кешене хоҡуҡ һаҡлаусылары эләктергән. Алдан килешеү буйынса ул ике талауҙа ҡатнаша. Төркөм башлығы бер осраҡта үҙе генә енәйәт ҡыла.
Әлеге ваҡытта банда ағзалары һаҡ аҫтында. Тентеү ваҡытында уларҙан ҡулдан яһалған пистолет һәм старт яһау ҡоралы табыла. Енәйәти эш 22 том тәшкил итә. Талаусылар «Бандитлыҡ», «Законһыҙ ҡорал һаҡлау» һәм «Ойошҡан енәйәтсел төркөм составында талау» статьялары буйынса ғәйепләнә.