«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Метеорит төшкән урынға экскурсиялар буласаҡ



29.03.2013 Метеорит төшкән урынға экскурсиялар буласаҡ

Метеорит төшкән урынға экскурсиялар буласаҡ
Яңыраҡ Силәбе метеориты бар донъяны шаулатты. Интернет донъяһында, социаль селтәрҙә, күҙ асып йомғансы, төрлө комикстар, видеояҙмалар, шаяртыуҙар барлыҡҡа килде, метеорит темаһы бар яңылыҡ сайттарында төп урынды биләне. Сит илдә хатта ни өсөн һәр Рәсәй машинаһында видеокамера бар тиеүселәр табылды. Сөнки күк есеменең төшкән мәле бик күп виеояҙмаларҙа күрһәтелде.
Метеорит киҫәген һатам, ул байлыҡ, уңыш килтерә, тип мутлашыусылар ҙа барлыҡҡа килде. Нимәһе ҡыҙыҡ – ҡиммәтле хаҡҡа ябай таш киҫәген һатып алыусылар осрай.
Ә бына Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Сыбаркүлгә тиҙҙән экскурсиялар ойоштороласаҡ. Метеорит төшкән күлдә диаметры 10 метрға еткән мәке барлыҡҡа килә. Белгестәр фекеренсә, һыу аҫтына ҡунаҡлаған йыһан есеменә әле һаман барып етеп булмай, сөнки ул ҡалын ләм ҡатлауы аҫтында ята. Экскурсиялар Сыбаркүл ҡалаһы хакимиәте тарафынан ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға