«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө аша юғары тиҙлекле тимер юл үтәсәк



29.03.2013 Өфө аша юғары тиҙлекле тимер юл үтәсәк

Өфө аша юғары тиҙлекле тимер юл үтәсәк «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Александр Мишарин 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә юғары тиҙлекле тимер юлдар селтәрен төҙөү тураһындағы пландар менән уртаҡлашты. Проект буйынса Мәскәү – Екатеринбург араһында магистраль һалынасаҡ. Ул Пермь, Өфө, Силәбе ҡалалары аша үтәсәк. Бынан тыш, Мәскәү – Дондағы Ростов – Адлер йүнәлешендә лә юл төҙөү ҡаралған. «Рәсәй тимер юлдары»ның был ҙур проекты тормошҡа ашһа, илдең 90 миллион кешеһе юғары тиҙлекле тимер юл транспорты менән файҙалана аласаҡ.
Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта Мәскәү – Санкт-Петербург, Мәскәү – Түбәнге Новгород йүнәлешендә юғары тиҙлекле «Сапсан», Мәскәү – Хельсинки маршрутында – «Аллегро» поездары йөрөй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға