28.03.2013 Бурҙарҙан һаҡ булығыҙ!
Магазинға йәки сауҙа үҙәгенә ингәндә, автомобиль эсендә ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡалдырыу күп осраҡта насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Күбеһенсә бурҙар ишекте асып йәки тәҙрә ярып «эш» итә. Һаҡ хеҙмәте йәки туҡталҡа урыны хеҙмәткәрҙәренә ышанырға ярамай – улар күп осраҡта енәйәтселәрҙе күрмәй ҙә.
Тап ошондай хәл Өфөлә, сауҙа үҙәге янында теркәлә лә инде. «KIA Rio» автомобилен молл бинаһы янына ҡуйған водитель кире әйләнеп килеүенә ишек быялаһының ярылған булыуын күрә. Эстә ятҡан фотоаппарат һәм нетбук, йәмғеһе 30 мең һумлыҡ техника, урланған булыуы асыҡлана.
Зыян күреүсе кеше полицияға мөрәжәғәт итә, ләкин унда енәйәт эшен асыуҙан баш тарталар. Шулай ҙа өҫтәмә тикшереүҙән һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшкә тотона.